Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Ғинуар , 20:00
1

Сөгөлдөрҙөң файҙаһын күрегеҙ

       

Сөгөлдөрҙөң файҙаһын күрегеҙ
Сөгөлдөрҙөң файҙаһын күрегеҙ

Белеүебеҙсә ҡыҙыл сөгөлдөр бик файҙалы йәшелсә. Уның составында кеше организмы өсөн бик күп файҙалы матдәләр бар. Беҙ уны күпләп төрлө салаттарға ҡуышап ашарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына бешерелмәгән сөгөлдөрҙән компот яһап көндә ас ҡарынға эсһәң файҙаһы сикһеҙ буласаҡ. Унвң өсөн ус ҙурлығындағы сөгөлдөрҙөң тышын әрсеп эре генә киҫәктәргә бүләбеҙ. Киҫәктәрҙе өс литрлы банкаға һалып өҫтөнә ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп (һыу йылымыс булырға тейеш), бер аш ҡалағы бал өҫтәп ҡалыныраҡ әйбер менән банканы уратып йылы урынға өс көнгә ултыртабыҙ. Банканы марля йәиһә йоҡа ғына материал менән ҡаплайбыҙ. Өс көндән һуң беҙҙең файҙалы эсемлек әҙер. Һөҙөп алып һыуытҡысҡа ҡуйып көн һайын иртән берәр стакан эсергә.  

Автор: Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас