Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Ғинуар , 07:00

Ҡомалаҡтан әсетке әҙерләйек

Әйҙә, үҙебеҙсә әсетке яһайыҡ!

Сөпрәнән әҙерләнгән икмәк тәмен онотманығыҙмы әле? Әсетке эшләү әллә ни оҙаҡ та, ҡатмарлы ла түгел. Көҙҙән йыйып, киптереп ҡуйған ҡомалаҡ һаҡланамы? Уны яһау өсөн ике литр һыуға мул итеп ике ус ҡомалаҡ һалаһың да талғын ғына утта ярты сәғәткә яҡын ҡайнатаһың. Шунан һыуҙы иләк аша һөҙөп, шуға бер-нисә ҡалаҡ он ҡушып болғатаһың. Ул уртаса шыйыҡлыҡта булһын. Төйөрлө булмаһын өсөн болғап торорға кәрәк. Һыуынғас, әсетке ҡушып, йылымыс урынға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына еткәс, алдан әҙерләнгән әсетке өҫтәргә, башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып әсетәһең. 10-12 сәғәттән сөпрә әҙер була. Күпереп, "ҡайнап" әсеп ултырғандан һуң, яйлап шиңә башлаһа, тимәк, әҙер. Саҡ ҡына тоҙ һалып бешерһәң, сөпрә тиҙ иҫкермәй, артылып ташып та ултырмай. Бойҙай һәм арыш онон ҡатыштырып болғаһаң, сөпрә көслө була. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, сөпрәгеҙ иҫкермәй оҙаҡҡа етә. Ике ағас ҡалаҡ сөпрә менән алдан алып ҡалған “икмәк башы”нан әсетке ҡуябыҙ. “Икмәк башы”на икмәк бешергән һайын ике-өс ҡалаҡ әсетке өҫтәп ҡалдыра бараһың.

 Нисек һаҡларға? Ҡайнатҡас, кискелеккә көрпә (отруби) менән ҡамыр кеүек баҫалар, иртәнсәк йәйеп һалып киптерәләр. Иҫкермәй ҙә,оҙаҡҡа етә. Тотонор алдынан йылымыс һыуҙа ебетеп алаһың. 

Ҡомалаҡтан әсетке әҙерләйек
Ҡомалаҡтан әсетке әҙерләйек
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас