Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Ғинуар , 08:00

Спатифиллумығыҙ сәскә атамы?

Хөрмәлә икән сере  

Спатифиллумды ҡыш көнө сәскә атырға нисек мәжбүр итергә? Был һорауға яуап хужабикәләр өсөн файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.

Ялтырап торған иң япраҡлы, матур аҡ сәскәле спатифиллум, йылы миҙгелдә йыш сәскә ата. Һеҙ уның ҡышҡыһын да ап-аҡ сәскәгә күмелеүен теләйһегеҙме? Баҡтиһәң, сер дөрөҫ ашламала икән. Хатта көн ҡыҫҡа  һәм температура түбәнәйгәндә лә, спатифиллум етерлек туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин ителһә, мул сәскә ата, ти белгестәр.

Ҡышҡыһын был сәскә өсөн хөрмә ҡабығынан әҙерләнгән ашлама файҙалы. Ул  калийға, марганецҡа, фосфорға һәм магнийға бай – былар бөрөләнгәндә  һәм үҫемлектең артабанғы үҫеше өсөн кәрәкле элемент. Бынан тыш, хөрмә ҡабығында витаминдар бар, улар спатифиллумдың иммунитетын күтәрә һәм ҡышҡы  стрессты еңергә ярҙам итә.

Туҡлыҡлы һыуҙы әҙерләү еңел генә.  Бер хөрмә  емешенең ҡабығын алып,  блендерҙа ваҡлағыҙ һәм банкалағы һыуға һалығыҙ. Бер тәүлек ҡараңғы урында тотоғоҙ,  һуңынан туҡыма аша һөҙөгөҙ. Был - спатифиллум өсөн ҡиммәтле туҡлыҡлы матдәләр сығанағы.

Үҫемлекте хөрмә һыуы менән айына ике тапҡыр ашлау кәңәш ителә. Спатифиллумдың аҡ сәскәләре һеҙҙең тәҙрә төбөн  ысын матурлыҡ һәм уңайлыҡ оазисына әйләндерһен.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Спатифиллумығыҙ сәскә атамы?
Спатифиллумығыҙ сәскә атамы?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас