Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
31 Ғинуар , 07:00

"Мәғәнәһеҙ ҡылым" ҡулланма!

Әгәр бер кешенең бөтә тамырҙарын – веналарын, артерияларын, капиллярҙарын – бер тура һыҙыҡҡа теҙһәң, беҙҙең планетаны экватор буйлап 2 – 3 тап­ҡыр уратып сығырға мөмкин булыр ине.

Сусҡа күккә ҡарай алмай.
* * *
Георгий таҫмаһындағы ҡара төҫ – төтөндө, ә ҡыҙғылт-һарыһы ялҡынды белдерә.
* * *
Китап битенең ҡалынлығы яҡынса ярты миллион атом тирәһе.
* * *
Донъяла етештерелгән миндалдең 40 проценттан ашыуы шоколад эшләргә китә.
* * *
Бер шариклы ручка менән 50 мең самаһы һүҙ яҙырға мөмкин.
* * *
Ынйы йылына 0,1 миллиметр тирәһе генә үҫә.
* * *
Ҡомаҡҡа, биш ҡатлы йорттан ҡолап төшһә лә, бер ни ҙә булмай.
* * *
ХIX быуатҡа тиклем Рәсәйҙә бөтә оятһыҙ һүҙҙәр «мәғәнәһеҙ ҡылымдар» тип йөрөтөлгән.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
"Мәғәнәһеҙ ҡылым" ҡулланма!
"Мәғәнәһеҙ ҡылым" ҡулланма!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас