

Ҡуҙы
Бөтә тырышлыҡ әҙме-күпме уңышлы буласаҡ. Хәҙер киләсәкте планлаштырыу менән шөғөлләнергә кәрәк.
Буға
Тикшереүегә әҙерләнегеҙ, отчет яҙығыҙ, документта тәртип булдырығыҙ. Әгәр үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алһағыҙ, премияға иҫәп тота алаһығыҙ.
Игеҙәктәр
Мөһим ҡағыҙҙар тултырырға тура киләсәк. Юғары эшлекле әүҙемлек яҡшы килем килтерәсәк. Бер ниндәй шикһеҙ тик алға атлағыҙ.
Ҡыҫала
Хеҙмәттәшегеҙ һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ул эшкә ҡағылышлы мөһим кәңәш бирәсәк. Сәләмәтлек һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыт бүлегеҙ.
Арыҫлан
Йондоҙҙар эске тауышҡа ышанырға кәңәш итә. Оло һәм яуаплы эште ентекле планлаштырыуҙан башлау яҡшыраҡ. Һиҙемләүгә таянып эш итһәгеҙ, һөҙөмтә лә ҡыуандырыр.
Ҡыҙ
Астрологтар әйтеүенсә, уңышҡа ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһендә генә өлгәшергә мөмкин. Етди ҡарар ҡабул итеүҙе бер аҙға кисектерегеҙ. Көтөлмәгән яңы шарт асылыуы ихтимал.
Үлсәү
Намыҫ һәм принципиаллек ярҙам итәсәк. Яҡындарығыҙҙан бер нәмә лә йәшермәгеҙ, өндәшмәү бәхәскә килтерергә мөмкин. Проблеманы хәл итеү, башланған эштең тамамланыуы мөмкин.
Саян
Финанс сығымын сикләгеҙ. Алда мөһим проект килеп сығыуы ихтимал, уға аҡса талап ителәсәк. Эштә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Мөхәббәттә аһәңле осор башлана: мөнәсәбәт тотороҡло үҫешәсәк.
Уҡсы
Астрологтар ғаиләлеләргә ҡәҙерле кеше фекеренә ҡолаҡ һалырға кәңәш итә. Оҙаҡ йылдар эшләгән мөһим проект тотҡарлана. Яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт етте.
Ылаҡ
Бөгөн эшләй алған эште иртәгәгә ҡалдырмағыҙ. Аҙнала был девиз икеләтә дөрөҫ. Яҡын кешегеҙгә күберәк иғтибар күрһәтеү кәңәш ителә. Көтөлмәгән ҡунаҡ килеүе ихтимал, шуға күрә быға алдан әҙерләнегеҙ.
Һыуғояр
Аяҡҡа баҫырға, үҙ аллы булырға ваҡыт етте. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр, тип ышана алаһығыҙ. Сираттан тыш премия булыуы ла ихтимал.
Балыҡ
Аҙна осрашыу һәм ҡыҙыҡлы танышыу вәғәҙәләй. Иҫке бәхәсте хәл итеү мөмкинлеге буласаҡ. Мөхәббәт һәм хәстәрлек хатта һүрелгән хистәрҙе лә яйға һала ала.