Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
1 Февраль , 07:00

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Теле менән телеп һала ул. 

  • Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
  • Тегеүсе боҙа, үтек төҙәтә.
  • Тегеүсенең туны юҡ.
  • Тейер, теймәҫ сер итә
  • Тейҙерә алмағандың уғы кәкере.
  • Тейһә тейенгә, теймәһә ботаҡҡа
  • Теле бысаҡһыҙ телә
  • Теле телгә теймәй(йоҡмай)
  • Теле ямандың көнө яман.
  • Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа
  • Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
  • Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
  • Тел һөйләй, ҡул эшләй
  • Тел һөйәкһеҙ, уй төпһөҙ.
  • Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
  • Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
  • Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
  • Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
  • Теләк булһа, беләк ҡарышмай.
  • Теле оҙон, ҡулы ҡыҫҡа
  • Теленең осо бал, төбө ағыу
  • Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
  • Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр
  • Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
  • Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр.
  • Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
  • Тиле ҡыҙ туй иткән, үҙе түргә менеп ултырған
  • Тилене килегә һалып төйһәң дә тиле
  • Тиленең уйында ни, телендә шул.
  • Тик йөрөгәндән тәңре биҙер.
  • Тик торған тиктән үлгән.
  • Тик торған отторған, тик тормаған — туҡ торған
  • Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас