Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
2 Февраль , 12:00

Унитазға ниңә тоҙ һалалар, беләһегеҙме?

Ҡыҙыҡ, әммә һөҙөмтә биргән лайхфак.

Унитазға ниңә тоҙ һалалар, беләһегеҙме?Унитазға ниңә тоҙ һалалар, беләһегеҙме?
Унитазға ниңә тоҙ һалалар, беләһегеҙме?

Тоҙҙо таҙартыу сараһы булараҡ күрмәйбеҙ, әммә уның үҙенсәлектәре махсус составтарҙан кәм эшләмәй. Тоҙло эретмә бактериялар һәм микробтар бик уңайһыҙ булған мөхит булдыра. Тап улар йыш ҡына һаҫыҡ еҫ  сығанағы булып тора. Тоҙ уларҙың үрсеүен тотҡарлай  һәм агрессив компоненттарһыҙ таҙалыҡты һаҡларға ярҙам итә.

 Тоҙ дымды әүҙем һеңдерә, шуның арҡаһында унитаз стеналарында эзбизташ ултырмаларын йомшарта һәм йыуып төшөрөүе еңелерәк була.  Еҫтәрҙе нейтралләштерә.  Даими ҡулланылғанда ванна бүлмәһендәге һауа һиҙелерлек сафлана.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас