Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
3 Февраль , 10:00

Ҡышын дөрөҫ туҡлан

Кеше организмына ҡышын витамин күп кәрәк. Шуға файҙалы ризыҡ ашарға тырышығыҙ.

Ҡышын дөрөҫ туҡланҠышын дөрөҫ туҡлан
Ҡышын дөрөҫ туҡлан

Скумбиря, сөләймән (лосось) балығы Омега - 3, Омега - 6 витаминына бай. Шуға уны ҡыҙҙырып та, тоҙлап та ашарға мөмкин.

Бананда бәхет гормоны - серотонин бар. Шуға банан ашап, депрессиянан ҡотолорға, ярһыуҙы баҫырға мөмкин. Унда булған калий, Е витамины йөрәк мускулдарын нығыта, ҡартайыуҙы тотҡарлай.

Кәбеҫтә һәр кемдең өҫтәлендә булырға тейеш. Ул иммунитетты нығыта һәм ашҡаҙан-эсәк юлы микрофлораһын яҡшыртырға ярҙам итә.

Сөгөлдөр ҡан баҫымын көйләй, энергия өҫтәй, организмды таҙарта.

Ҡышын дөрөҫ туҡлан
Ҡышын дөрөҫ туҡлан
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас