Улар - ауылдың эшһөйәр ғаиләләренең береһе, ғүмерҙәре ауыл хужалығы тармағынан айырылғыһыҙ. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәре алған йәштәр хеҙмәт юлын тыуған районында Ленин колхозында башлай.
Рәйлә һәм Ридат Тәүхитовтарҙың хужалығында бөгөн 5 баш һыйыр, шунса башмаҡ, һарыҡ ҡышлай. Беҙ барғанда улар таңға табан быҙаулаған танаһын һауырға өйрәтеп йөрөй ине. Йылы, яҡты һарайға йәй еҫен хәтерләтеп йәм-йәшел бесән өйөлгән. “Быҙаулатыу осорона махсус туғай бесәне әҙерләйбеҙ, - ти Ридат Халиҡ улы. - Бөгәсә һалҡын булғас, быҙауҙы өйгә индереп торҙоҡ, әле генә һарайға сығарҙыҡ, хәҙер икенсегә ыуыҙ һөтө эсерәбеҙ. Тыуып бер сәғәт үткәс, быҙауҙа имеү рефлексы барлыҡҡа килә, шул арауыҡта имеҙергә кәрәк, юғиһә, һуңынан өйрәтеүе ҡыйын. 1,5-2 айға еткәнсе көнөнә өс тапҡыр һөт эсерәбеҙ, шул ваҡытта ул көслө, ҙур була, иммунитеты үҫешә. 2 аҙнанан йомшаҡ туғай үләне ашата башлайбыҙ. Ашатыу, эсереүҙә норма һаҡлау кәрәк. Йәш саҡта күпләп аҫырарға теләһәк тә, мөмкинлек булманы. Көндөҙ генә түгел, төндәрен дә колхоздың меңәрләгән баш малын тәрбиәләү, прививка яһау, дауалауҙан бушай алманыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, балаларға ярҙам итеү теләге менән мал һанын арттырҙыҡ”.
Һөйләшеү ыуыҙ ҡоймағы менән сәй табыны артында дауам итте.
“Ридат менән элеккеләрҙе хәтерләп алабыҙ ҙа, өс балабыҙ - Наилә, Раил, Нәсимәне йәлләп ҡуябыҙ. Беҙ башкөллө сумып эшләнек, бәләкәстәребеҙ донъяны үҙҙәре көттө. Тырыш булдылар, уҡыу йорттарын тамамлап, бөгөн үҙҙәре яратҡан һөнәр буйынса эшләйҙәр. Балалар малды кәметегеҙ, үҙегеҙ өсөн йәшәгеҙ, ти. Ҡул менән әҙерләмәйбеҙ бит, үҙ техникабыҙ бар, балалар үҙҙәре лә ярҙам итә. Тирә-яҡ ауылдарҙа яһалма ҡасырыу ҡулланалар, беҙҙең ауыл көтөүендә үгеҙҙәр бар. Элеккесә ҡышҡы быҙаулатыу яҡлымын, яҙға тиклем көрәйеп, нығынып өлгөрәләр, - тип һүҙгә ҡушылды хужабикә. - Ауыл халҡы менән йыйылышып, электр көтөүсе һатып алдыҡ. Ваҡытты ла экономиялай, уңайлы, бер урында үлән бөтһә, икенсеһенә күсерәбеҙ. Ыуыҙ ҡоймағын оло быуын кешеһе әле лә ҡойоп, күрше тирәһенә тәмләтеү йолаһы бар. Йәштәр ҙә ҡалышмай. Тәмле файҙалы ризыҡтан ҡаймағын да, сырын да эшләйҙәр. Йола тотҡан хур булмаҫ, тигән әйтем бар бит халыҡта. Шөкөр, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ йәшәй әле”.
Дүрт тиҫтә йыллыҡ зоотехник һөнәренә эйә Ридат Халиҡ улына мал тураһында әңгәмә яратҡан фильм һымаҡ, ялҡытмай ҙа, тыңлаған һайын ҡыҙыҡһыныу арта. “Еленендә һөт ҡалһа, микроб эләкһә, йәрәхәтләнһә, өшөһә яңы быҙаулаған һыйыр мастит менән сирләргә лә мөмкин. Беҙ был осраҡта һәүкәште элеккесә дауалайбыҙ. Мастисан тигән антибиотик файҙалы, шулай уҡ ҡаҙ майы һөртәбеҙ”, - тип файҙалы кәңәше менән уртаҡлашты.
Артып ҡалған һөт ағын әрәм-шәрәм итмәй Тәүхитовтар. Мәләүез баҙарында уларҙың сифатлы ҡаймаҡ, һөт, әллә нисә төрлө эремсеген һатып алыусылар көтөп ала. Ыуыҙ ҡоймағы еҫе аңҡыған йорттан күңел йылыһына тулышып сыҡтыҡ. Был тарафта халыҡ йолаларының бөгөн дә дауам итеп, йәштәргә тапшырылыуында мәҡәлә геройҙарының да роле ҙур. Һорауыма яуапты ябай, ихлас хужаларҙың әйткән һүҙе менән тамамлағым килә: “Файҙалы итеп йәшәмәһәң, мал да, ғүмер оҙонлоғо ла яҙғы ҡар һымаҡ ирей, юҡҡа сыға. Хәләл тир табып тапҡан ризығың менән башҡалар менән бүлешергә, сауап алырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына уның бәрәкәтен тояһың”. Был донъяның яҙылмаған ҡанундарының береһе тап ошо һүҙҙәрҙә сағылалыр, моғайын.
Рәйлә апайҙан ыуыҙ ҡоймағы рецебы
Ыуыҙ һөтө ҡуйылығы, майлы, һарғылт төҫө һәм әскелтем тәме менән айырыла. Ул тәүге өс көндә генә була. Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙға ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт йәки ҡайнаған һыу, бер ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушырға мөмкин. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ һәм телде йоторлоҡ ҡоймаҡҡа күршеләрҙе, яҡындарҙы сәйгә саҡырабыҙ.
Хужабикә сыр ҙа яһай.
Ҡайнар хәлгә еткән 3 литр һөткә 200 грамм ҡала ҡаймағы, 3 йомортҡа һалырға. Килеп сыҡҡан массаны һарҡытып, төрлө формалағы һауытҡа һалғас, пресс аҫтына ҡуйырға.