Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
7 Февраля , 10:15

Балан булғанда дарыуҙар ситтә торһон

Уның составында аскорбин кислотаһы һәм антиоксидаттар барУндағы С витамины алмаға, тоҙлаған кәбеҫтәгә, хатта цитрустарға ҡарағанда ла күберәк.

Балан  булғанда дарыуҙар ситтә торһонБалан  булғанда дарыуҙар ситтә торһон
Балан булғанда дарыуҙар ситтә торһон

Унан тыш балан каротин, К Р витамины, цинк, натрий, марганец, кальций, молибден, кобальт, фосфор, никель, цирконий, титан, калий, магний кеүек микроэлемент һәм минералдарға, эфир майҙарына бай. Ангина, тонзиллит менән сирләгәндә, бронхиттан интеккәндә, йүткерек йонсотҡанда балан сәйе эсергә кәңәш ителә.

Йоҡлай алмағанда

25 грамм балан емешен иҙеп, өҫтөнә 600 мл ҡайнаған һыу һалырға. Өс сәғәт төнәткәс, һөҙөп, ашар алдынан ярты стакан эсергә.

Сәс ҡойолғанда

20 грамм иҙелгән баланға бер стакан һыу һалып, дүрт сәғәт төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Бронхиаль астма ваҡытында

Бер аш ҡалағы баланды иҙеп, бер стакан һыу өҫтәргә лә һүрән утта 20 минут ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ бал һалып яҡшылап болғатҡандан һуң һөҙөргә лә ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ ҡабып ҡуйырға.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас