Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
8 Февраль , 01:05

Февралдә нимә сәсергә?

Миҙгелде нимәнән башларға белмәгән сәскә үҫтереүселәр өсөн файҙалы кәңәштәр.

Февралдә нимә сәсергә?Февралдә нимә сәсергә?
Февралдә нимә сәсергә?

Миҙгелде нимәнән башларға белмәгән сәскә үҫтереүселәр өсөн файҙалы кәңәштәр.

Антирринум

Был сәскәне йышыраҡ сәсеп, һуңынан һирәкләргә мөмкин. Сәселгән орлоҡ өҫтөнә самалап ҡом, махсус һиптергестән һыу һибегеҙ. Һауытты быяла менән ҡаплап, тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ. Үҫеш өсөн иң яҡшы температура - 23°С. Тупраҡ өҫтө кипкән һайын һыу һибегеҙ.

Вербена

Башта орлоҡто еүешләтеп, 1-2 көнгә шытырға ҡуйығыҙ, һуңынан тупраҡҡа йәки махсус «торф төймәһе»нә сәсегеҙ. Вербенаны ҡараңғыла, 18-20°С температурала үҫтерегеҙ. Орлоҡтар яйлап 10-20 көн эсендә шытып сығасаҡ. Үҫеп еткән шытымдарға яҡтылыҡ һәм даими һыу һибеү кәрәк.

Гайлардия

Гайлардия орлоғон 4-5-шәр итеп стаканға йәки көршәккә сәсегеҙ. Уның өсөн магазинда һатылған универсаль тупраҡ яраҡлы. Үҫентегә йыш, әммә самалап һыу һибегеҙ.

Шабо ҡәнәфере

Уны 2,5-3 мм тәрәнлеккә, араһын 2-3 сантиметр ҡалдырып ултыртығыҙ. Орлоҡто яҡшы итеп йыуып киптерелгән йылға ҡомо менән ҡаплағыҙ. Сәскә сәселгән һауытты үтә күренмәле пленка йәки ҡапҡас менән ҡаплағас, күләгәле урынға ҡуйығыҙ.

Кальцеолярия (йыйырсыҡлы)

Орлоғо ваҡ, шуға күрә уны тәрән сәсеү кәрәкмәй. Тураҡ өҫтөнә генә һибеп, һауытын быяла менән ҡаплағыҙ һәм 20°С температурала шытып сығырға ҡалдырығыҙ.

Лобелия

Был сәскә орлоғон ҡом менән бутап йәки тупраҡ өҫтөнә һалынған ҡар ҡатламына сәсегеҙ (аҡ төҫтә күренеп торасаҡ). Лобелия сағыу ҡояш ярата, шытып сығыу өсөн кәрәкле температура 15-20°С. Үҫентеләр шытып сыҡҡас, температураны 20-22°С - ҡа тиклем күтәрегеҙ. Бер айҙан һуң уларҙың осон «семтеп» сығығыҙ.

Эустома

Эустома орлоғон тупраҡҡа йәки торф стаканға сәсегеҙ. Уны ҡаплап, йылы, яҡты урынға ҡуйығыҙ. Оптималь температура -  22-24°С. Орлоҡ сәселгән һауытты даими елләтеп тороғоҙ. Өс япраҡ барлыҡҡа килгәс, эустоманы күсереп ултыртырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас