Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
8 Февраль , 15:00

Күберәк йәйәү йөрөргә тырышайыҡ

     

Күберәк йәйәү йөрөргә тырышайыҡКүберәк йәйәү йөрөргә тырышайыҡ
Күберәк йәйәү йөрөргә тырышайыҡ

Белеүебеҙсә саф һауала йөрөү бик файҙалы, тән өсөн дә, йән өсөн дә. Компьютерҙар, телефизорҙар, техникалар заманында кеше күп ваҡытын эштә үткәреү сәбәпле саф һауала йөрөүгә ваҡыты тар ҡала. Беҙ бит хәҙер яҡын араны ла йәйәү үтергә теләмәйбеҙ, эшкә машина менән киләбеҙ, машина менән ҡайтабыҙ. Эйе был күп ваҡытты экономиялай, һүҙ ҙә юҡ, ҡайтышлай баланы балалар баҡсаһынан, мәктәптән алыу өсөн дә уңайлы. Бөгөнгө йәшәү рәүешебеҙ үҙебеҙ өсөн ваҡыт ҡалдырмай, шулай ҙа көнөнә утыҙ минут балаларығыҙ менән саф һауала йөрөп керһәгеҙ һаулығығыҙ өсөн бик файҙалы булыр ине.   Күп фәнни тикшеренеүҙәр йәйәү йөрөүҙең фай­ҙа килтереүен күрһәткән. Мәҫәлән, 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибәлә атлау йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуҙарын 31 процентҡа кәметеүе асыҡланған. Аҙнаһына һигеҙ саҡрым һәм бигүк ашыҡмай ғына сәғәтенә өс саҡрым үткәндәрҙә лә һәйбәт үҙгәрештәр күҙәтелгән. Саф һауала йөрөү һөйәктәрҙе лә нығыта, ҡан баҫымын да көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға хәл индерә, йоҡоно яҡшырта тигән тәжрибәлә ҡатнашыусылар. Бер нисә квадрат ҡара шоколад һәм бер стакан кофе кәйефте күтәрә, әммә йәйәү йөрөү ҙә кәйефкә шундай уҡ йоғонто яһай, етмәһә артыҡ ауырлыҡ менән көрәшә. Даими йөрөү нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, асыуҙы баҫа. Мөмкинселек булғанда йәйән күберәк урмандарҙа, парктарҙа йөрөргә тырышығыҙ, һөҙөмтәһе күберәк булыр. Ҡышын ял көндәрендә саңғыла йөрөргә кәрәк, ҡулдар, аяҡтар хәрәкәттә була. Скандинав таяҡтары ололар өсөн ифрат файҙалы, нервы системаһын нығыта, координацияны һәм балансты яҡшырта, ҡолау хәүефен кәметә, депрессияға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Юҡҡа ғына хәрәкәттә - бәрәкәт тимәгәндәр бит боронғолар. Был ябай ғына һүҙҙәр түгел, уның артында һаулыҡҡа ифрат файҙалы тигән мәғәнә ята. Шуға күрә, әйәҙәгеҙ, үҙебеҙгә һәм яҡындарыбыҙға иғтибарлы булайыҡ. Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулыбаҙҙа икәнен онотмайыҡ.

Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас