Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
10 Февраля , 03:53

Февралдә баҡсасыларҙың мөһим эштәре башлана

Февралдә баҡсасыларҙың иң мөһим эштәре башлана. Һауыт һәм орлоҡ әҙерләп, үҫентеләр сәсә башлау мәле етте. Тап ошо айҙа йәшелсәләр ултыртыла, сәскәләр сәселә. 

Февралдә баҡсасыларҙың мөһим эштәре башланаФевралдә баҡсасыларҙың мөһим эштәре башлана
Февралдә баҡсасыларҙың мөһим эштәре башлана

Үрсетмәгә борос һәм бак­лажан ултыртырға ла февралдә өлгөрөп ҡалығыҙ.

Беренсе шытымдары барлыҡҡа килгәндән алып уңыш алғанға тиклем бер нисә ай үткән йәшелсәләр бит улар. Мәҫәлән, баклажандың тәүге емешен орлоғон ултыртҡандан һуң 120 көндән генә тәмләп ҡарай алаһығыҙ, боростоң вегетация осоро саҡ ҡына әҙерәк. Был үҫемлектәрҙе һәр ваҡыт тиерлек үрсетмә ысулы менән үҫтерәләр. Февраль башы - уртаһы - баклажан сәсеү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Уларҙан һуң бер аҙна үткәс борос менән шөғөлләнә башларға мөмкин.

Автор:
Читайте нас