

Баҡсаһынан мул уңыш алырға теләгәндәр өсөн ҡыҙыу осор башланды, уңғандар йәшелсә, сәскә үҫентеләре ултыртты, бөгөн иһә улар тәҙрә төбөндәгеһен күсереп ултыртыу, һирәкләү һәм ашлау менән мәшғүл.
Күп хужабикәләр үҫентеләренең оҙонайып китеүенә зарлана. Әйҙәгеҙ, бының сәбәптәрен һанап китәйек. Беренсенән, буйға үҫеү көн яҡтыһы етмәүҙән, орлоҡто йыш сәсеүҙән, уларҙы япма аҫтында оҙаҡ тотоуҙан, дөрөҫ ашламауҙан, артыҡ һыу һибеүҙән тора.
Үҫентеләр артыҡ буйға үҫеп, сырмалып китһә, тиҙ арала өҫтәмә яҡтылыҡ ҡуйырға кәрәк, ул 12 сәғәттән кәм янмаһын, көнөнә бер нисә тапҡыр лампа аҫтында тотоп алыу ҙа килешә. Орлоҡто йыш сәскән булһағыҙ, кәрәкмәгәндәрен алып ташлап, һирәкләү яғын ҡарағыҙ. Петуния, пеларгония сәскәләре, борос һәм баклажан күсереп ултыртҡанды бик яратмай, шуға ла уларҙы башта уҡ айырым һауыттарға сәсеү кәрәк. Өй артыҡ йылы булһа ла, үҫентеләр ҡапыл үҫә башлай, шулай уҡ һыу ҡойоуҙы ла һирәкләтеү ҡамасауламаҫ.
Баҡсалағыларҙы ғына түгел, бүлмәлә үҫкәндәрҙе лә ашлап тороу кәңәш ителә. Шытымдар сибек булһа, япраҡтары бөрөшөп йонсотһа, бер-береһенә сырмала башлаһа, уларҙы махсус кибеттә һатылған төрлө ашламалар ярҙамында шәбәйтергә мөмкин. Артыҡ оҙонайып киткәндәренең һабаҡтарын яртылаш күмеп, ҙурыраҡ һауытҡа күсереп «ҡотҡарып» була.