Бәхетле тормоштоң ҡағиҙәләрен белеүселәр күп, бәхетле йәшәгәндәр генә һирәк, тигән һүҙҙәр бар. Йәшәйештең ташҡа баҫылған бер ниндәй ҙә ҡағиҙәһе юҡ, һәр кем ғүмер юлын үҙе белгәнсә үтә, ә шулай ҙа ғаилә тормошон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү менән шөғөлләнгән белгестәр түбәндәге төп ун ҡағиҙәгә таянырға кәңәш итә:
- Ғаилә ағзалары өсөн уҡытыусы ролендә булмағыҙ, уларҙы үҙегеҙсә йәшәргә өйрәтмәгеҙ.
- Ирегеҙҙе һәм ҡатынығыҙҙы бөтә етешһеҙлектәре менән ҡабул итегеҙ, уларҙы үҙгәртергә тырышыу насар һөҙөмтәгә килтерәсәк.
- Яҡындарығыҙға үҙ фекерегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ, улар һеҙҙеңсә уйларға тейеш түгел.
- Ир кеше - аҡыл, ә ҡатын-ҡыҙ йөрәк менән эш иткәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
- Ғаилә тормошоноң тыныслығы - ғәфү итә белеүҙә.
- Бер-берегеҙгә булған асыуҙы балаларҙан алыу - иң ҙур хата.
- Кәрәк урында бер-берегеҙҙе маҡтап алырға онотмағыҙ, кешегә дәрт һәм илһам өҫтәләсәк.
- Бергә йәшәүҙең иң мәкерле дошманы - үҙеңде генә яратыу.
- Балаларҙы ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте тәрбиәләй. Быны иҫтә тотоу мөһим.
- Һөйөү һәм ышаныс бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Ғаилә тормошонда улар икеһе лә бик кәрәк.