

Бөтә хайуандар ҙа тиерлек был витаминды организмдарында синтезлай ала, тик маймыл һәм кеше генә был сифатҡа эйә түгел. Ләкин был хәл беҙгә әллә ни ҡурҡыныс менән янамай. С витаминының тәүлек дозаһы 50 – 100 грамм тәшкил итә. Бының өсөн көнөнә бер әфлисун йәки грейпфруттың яртыһын, биш алма йәки бер стакан ҡайын еләге, бер ҡалаҡ һырғанаҡ, «мундирлы» картуф, 2 – 4 аскорбинка ашау ҙа етә.