Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
20 Февраль , 10:54

Файҙалы кәңәштәр

    

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Аш содаһы – яҡшы таҙартыусы сара. Һеркә менән ҡулланғанда, уны бысраҡ плитә һәм раковинаны таҙартыу өсөн ҡулланыр­ға мөмкин.

Активлаштырылған күмер һыуытҡыс һәм туңдырғыстағы еҫте бөтөрә.

Теш пастаһы көмөштө яҡшы таҙарта.

Ҡулдан йәшелсә һәм емеш-еләк табын бөтөрөү өсөн, уны та­ҙар­тылған картуф менән ышҡығыҙ. Һеркә лә ярҙам итә.

Алюмин кәстрүлдең төҫө тоноҡланһа, ун­да бер аҙ алма ҡабығы ҡайнатығыҙ. Бы­нан һуң кәстрүл ялтырар, ә өйҙә тәмле еҫ сығып торасаҡ.

Салат-айсберг оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, уны таҙа, ҡоро ҡағыҙ таҫтамалға тө­­рөп, тоҡсайға һалып, һыуытҡыста һаҡ­лағыҙ.

Аш бүлмәһендә алоэ гөлө үҫтерегеҙ. Ул тән бешкәндә һәм ҡырҡылғанда файҙалы. Бер япрағын киҫеп, һутын, яраға һалығыҙ.

Әгәр икмәк ҡата башлаһа, янына сельдерей киҫәген һалығыҙ - был уны йомшартасаҡ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас