

Һеҙ даими рәүештә күнекмәләр эшләп дөрөҫ туҡланһағыҙ ҙа, эстәге май йыйырсыҡтары юғалмаймы? Бәлки, быға спорт та, диета ла түгел, ә йоҡо етешмәү сәбәпселер.
Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йоҡо етешмәүе гормональ балансты боҙа. Кортизол («стресс гормоны») һәм грелин («аслыҡ гормоны») кимәле арта, ә туйыу тойғоһо өсөн яуап биргән лептин етештереү кәмей.
Ял итеүҙән мәхрүм ҡалған организм энергия һаҡлау режимына күсә. Ул, «ашығыс резерв» булдырып, калорияларҙан, айырыуса ҡорһаҡ тәңгәлендә запас туплай башлай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа был йыш ҡына физиология үҙенсәлектәре арҡаһында нығыраҡ сағыла.
Шуға ла тейешле кимәлдә ял итеү спорт залына йөрөү, дөрөҫ туҡланыуҙан кәм түгел. Тәүлегенә 8-9 сәғәт сифатлы йоҡоға ынтылығыҙ: был матдәләр алмашыныуын көйләй, татлы ризыҡҡа тартылыуҙы кәметә һәм тәнгә артыҡ запас менән еңелерәк хушлашырға ярҙам итә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сәләмәт йоҡо - зиннәт түгел, ә матур тән, һаулыҡ өсөн кәрәк.