Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Февраль , 03:05

Өләсәй кәңәштәре

Өлкәндәр белмәй әйтмәйҙер.

Өләсәй кәңәштәреӨләсәй кәңәштәре
Өләсәй кәңәштәре

1. Өйҙә урам аяҡ кейеме кеймәгеҙ, был һеҙҙең бәхетегеҙҙе ала.

2. Дарыуҙы карауат янында тотоу оҙайлы ауырыуға килтерә.

3. Урамда табылғанды алмағыҙ - был башҡаларҙың бәхете.

4. Түшәк ҡаршыһына көҙгө ҡуймағыҙ - ул йоҡоһоҙлоҡ килтерә.

5. Икмәктең һуңғы киҫәген бер кемгә лә бирмәгеҙ — уның менән бергә бәхетте бирәһегеҙ.

6. Өҫтәл мөйөшөндә ултырмағыҙ - бәлә көтөлмәгәндә килеп сығыуы ихтимал.

7. Өйҙә һыҙғырмағыҙ, аҡса китер.

8. Буш стаканды өҫтәлдә ҡалдырмағыҙ - бушлыҡ ҡаласаҡ.

9. Тоҙ түкмәгеҙ, был бәхәскә һәм ҡайғыға.

10. Аяҡ кейемен баштан — аяҡ әйләндереп ҡалдырмағыҙ - бәлә килер.

 

Автор:
Читайте нас