3 литрлы банкаға 2 уртаса ҙурлыҡтағы сей ҡыҙыл сөгөлдөрҙө таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалаһың. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу ҡояһың. 1 сәй ҡалағы ҡорт балын ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға һалаһың. 1 балғалаҡ йөҙөм һалырға мөмкин. 1 телем ҡара икмәк ҡушырға. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас ябып, 4-5 көн ҡараңғы, йылы урында тотоғоҙ. Өҫтөндәге күбеген йыйып алғас, марля аша һөҙөп, төнәтмәне ашар алдынан, йә ашағандан һуң, көнөнә 3 тапҡыр 0,5 стакан эстем. Быуындарыма бик килеште, һыҙламай башланылар. Үҙем дә ҡыуанам һәм тәбиғәт биргән йәшелсәнең көсөнә хайран ҡалам.
Элек ҡан баҫымы менән дә бик этләндем: 200*110-ға саҡлы күтәрелә ине. Хәҙер нормала! Алланың оло рәхмәте инде был!
Арҡа һыҙлауынан
1 литр һыуҙы ҡайнатып һыуытаһың. Шуға: 5 бөртөк ҡара йөҙөм, 3 аш ҡалағы шәкәр, 4 аш ҡалағы дөгө ярмаһы һалып, 4-5 көн ҡараңғы, йылы урында тотаһың да, һыуын һөҙөп алаһың. Банкала ҡалған төнәтмә өҫтөнә яңынан һыу һалып ҡуйырға мөмкин. Һөҙөп алған һыуҙы ашар алдынан, йә ашағас, көнөнә 3 тапҡыр 0,5 стакан эсәһең. Дауаланыу срогы 1 ай. Файҙаһын өс аҙнанан һиҙә башлайһың. Мин 3 порция эстем. Аллаға шөкөр, файҙаһы бик тейҙе.
Арҡамдың ауыртыуына сыҙай алмағас, илаған саҡтарым күп булды. Ниндәй генә дарыу, мазь, гель ҡулланманым. Береһе лә ярҙам итмәне. Шуға күрә һеҙгә лә шуларҙы яһап, эсеп ҡарағыҙ әле, тип, кәңәш итеүем. Һеҙ ҙә файҙаһын күрерһегеҙ! Ярҙам итмәй тип тиҙ генә туҡтатып ҡуймағыҙ.