Өйҙә әҙерләнгән майонез
Майонезды өйҙә яһағанығыҙ бармы? Уны әҙерләүе еңел һәм арзанға төшә.
2 йомортҡаға 1 лимон һуты (әсе булмаһын тиһәгеҙ 3 аш ҡалағы ла етә), 1 сәй ҡалағы гәрсис (горчица), самалап тоҙ, борос һәм 1,5 стакан зәйтүн йәки үҫемлек майы ҡушып 10 минут тирәһе блендер менән бутайбыҙ. 2 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тотоп алғас майонез әҙер ҙә була!
Әлбиттә, төрлө консерванттар, химикаттар өҫтәлмәгәс өй майонезы тәү осор әллә ни тәмле тойолмай. Әммә ул күпкә файҙалы була.
рҽцҽпт "Йәшлҽк" гәзитҽнән алынды.