Картуф билмәне яратаһығыҙмы? Уны һеҙ нисек әҙерләйһегеҙ?
Ҡамыр өсөн кәрәк:
- Он- 400 гр
- Йомортҡа - 1
- Тоҙ - 1 сәй ҡалағы
- Ҡайнар һыу - 190 мл
- Үҫемлек майы - 3 аш ҡалағы
Эслек өсөн:
- Картуф- 500-600 гр
- Һуған- 1 шт
- Тоҙ, борос
Әҙерләү:
1. Онға йомортҡа ҡушабыҙ, тоҙ, май өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойоп ҡамыр баҫабыҙ. 15-20 минут ял иттерәбеҙ.
2. Картуф бешереп, иҙәбеҙ.
3. Һуған ҡыҙҙырып, иҙелгән картуфҡа ҡушабыҙ. Тоҙ, борос өҫтәргә онотмағыҙ.
4. Ҡамыр йәйеп, эслек һалып, билмәндәр эшләйбеҙ.
5. Тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Вәт тәмле!
Фото: Интернеттан.