Шәкәрҙе артыҡ ҡулланыу һаулыҡҡа кире йоғонто яһай, диабет сирлеләр һаны ла арта. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектында шәкәр диабеты менән көрәш айырыуса мөһим, сөнки был ауырыуҙы юҡҡа ғына XXI быуат эпидемияһы тип атамайҙар. Әйткәндәй, шәкәр бәлеш, торт һәм туңдырмала ғына түгел, хатта төрлө соустарҙа ла бар. Өҫтәл артына ултырғанда быны иҫтә тоторға кәрәк. Белгестәр тәм-том урынына еләк ашарға кәңәш итә, әммә шулай уҡ уртаса күләмдә. Шәкәрҙе наркотик тип тә атайҙар, һәм әгәр татлы газлы эсемлектәрҙе даими эсһәң, инсулин энәһенә еңел генә күсеүегеҙ мөмкин.