Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Зеленканы тиренән нисек йыуырға?

    

Зеленканы тиренән нисек йыуырға?
Зеленканы тиренән нисек йыуырға?

Был йәшел дарыу — беҙҙең илдә иң по­пуляр антисептик, яраларҙы уңалта һәм шешеүгә ҡаршы сара. Уны бөгөндә һәр өйҙә табырға мөмкин. Уның берҙән-бер етешһеҙлеге – һәр ваҡыт ҡулдан ысҡына торған быяла һауты.

Иң ябай ысулдар:
✓ Тиренән зеленканы макияжды алыу өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡса менән йыуырға мөмкин.
✓ Йәнә бер вариант - медицина спиртын ҡулланыу. Бер ҡалаҡ спиртҡа аҙ ғына лимон һутын өҫтәгеҙ, мамыҡты һеңде­реп бер нисә тапҡыр буялған тирене һөр­төгөҙ. Был процедураны бер нисә тап­ҡыр ҡабатларға мөмкин.
✓ Бит һәм тәндән йәшел төҫтө балалар крем/лосьоны ярҙамында кәметер­гә мөмкин. Кремды мамыҡ дискка һалып, бер минут бысраған ерҙе ышҡырға. Әм­мә, тәнегеҙ ҡыҙармаһын йә ярһымаһын өсөн, артыҡ тырышлыҡ һалмағыҙ.
✓ Кер һабыны ла ярҙам итә.
✓ Зеленка С витаминынан «ҡурҡа». Уны онтаҡ рәүешендә дарыухананан алыр­ға мөмкин. Бер ста­кан һыуҙа бер паке­тын иретегеҙ, һуңынан тирене ыш­ҡы­ғыҙ.
✓ Лакты йыуыу өсөн шыйыҡса ла яр­ҙам итә. Был ысул балаларға, ал­лер­гия­һы һәм тиреһе һиҙгер бул­ған­дарға ярамай.

Зеленка табы күҙгә күренмәгән урында булһа, уны ҡалдырыу яҡшыраҡ. Ул 3-5 көн эсендә үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ.

Автор: Дина Ишматова
Читайте нас