🗣Шундай тәмле, еңел генә әҙерләнә торған ҡоймаҡ рецепты таптым. Һеҙгә лә яҙайым әле. Күп ваҡытты алмай, ифтарға ла тиҙ генә. Көтмәгәндә генә ҡунаҡ килһә лә...
Кәрәк була: 2 стакан кефир, 1 стакан ҡайнар һыу (яңы ғына ҡайнап сыҡҡаны!) 2,5 стакан он, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы сода, Бер семтем тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Әҙерләү: йомортҡа өҫтөнә шәкәр, тоҙ һибеп болғатаһың, ул күперергә тейеш, шунда уҡ кефирҙы өҫтәйһең. Ҡайнап сыҡҡан 1 стакан ҡайнар һыуға соданы ҡушып, болғатып кефирлы масса өҫтөнә һалаһың. 5 минут торһон. Унан яйлап болғата-болғата уны ҡушаһың, көнбағыш майын өҫтәргә. Беренсе табаны ҡыҙҙыраһың, майлайһың, ҡалғандарын майламайынса бешерһәң дә йәбешмәй. Селтәрле, алтынһыу төҫтә, түңәрәк матур ҡоймаҡ килеп сыға. Тәмле булһын!
(Нәсимә Садиҡ сәхифәһенән) https://vk.com/wall-213516968_181887
Фото Нәсимә Садиҡова