5 литр һыуға 1 грамм гәрәбә кислотаһы һалып, эретмәне бер юлы ике ысул менән ҡулланырға мөмкин. Беренсеһе - тупраҡҡа, икенсеһе - япраҡтарға һиптереү. Ошо ҡатнашманан һуң 7-10 көндән үткәс үҫемлектәр "йәнләнә", йәш япраҡтар барлыҡҡа килә, үҫеш процесы әүҙемләшә, тамыр системаһы нығына. Тәҙрә төбөндәге помидор, борос үҫентеләренә, гөлдәргә лә тиҙ ярҙам ул.