7 мартта ҡоро һауа –
көндәр йылытыуға.
10 мартта ала ҡарғалар ҡарҡылдаһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо яҡшырыр. 

11 мартта ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта. 
12 мартта йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара. 

13 март ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. 

14 март ниндәй – йәй шундай. 

15 мартта буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ. 

16 мартта турғайҙар ҡыйыҡҡа ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә. 
17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр. 

19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә. 


20 мартта ҡояш байығанда
күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә. 
22 март йылы булһа, 40 көн
йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар
көтөгөҙ. 
23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына
йәшерһә – һыуыта. 
24 март ала ҡарғалар
тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.
*
25 март көндө ямғыр яуһа
, арыш уңа
. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта
.
26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр
.
27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр
, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ
.
28 мартта аҡсарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр
.
30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта
. Гөрләүектәр аға башлаһа
, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ
.
31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға.
"Һандығым-байлығым" https://vk.com/wall-76676437_6284