Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Борсолоуһыҙ йәшәп ҡарайыҡ

Өҙгөләнмәй йәшәп буламы? Һәр кешенең ҡуйын дәфтәрендә йөрөтөрлөк табип-психотерапевтарҙың тормош ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!

🌿Үткәндәрҙе бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Киләсәк һеҙҙе йылмайып ҡаршы алһын өсөн тырышығыҙ.
🌿Башҡаларҙы үҙгәртә алам тигән яңылыш фекерҙе башығыҙҙан сығарып ташлағыҙ. Уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Тормоштоң нисек рәхәт икәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
🌿Беҙ башҡаларға көслө, һау-сәләмәт килеш кәрәкбеҙ, шуға юҡ-бар өсөн борсолоу урынһыҙ.
🌿Һәр эшебеҙ ҙә ниндәйҙер һөҙөмтәгә килтерә. Нимәлер эшләр алдынан яҡшылап уйлаһағыҙ, аяныслы хәлдәрҙән һаҡланып була.
🌿Мәңге йәшәрмен, тип яңылышмағыҙ. Иртәгә үлермен, тип тә уйламағыҙ. Был ике һүҙҙең мәғәнәһен аңлап, алтын урталыҡты табырға тырышығыҙ.
🌿Күңелегеҙ өсөн мөһим юлды һайлағыҙ. Тормоштоң мәғәнәһе тип түгел, мәғәнәле тормошта йәшәргә кәрәк.
🌿Ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө юҡ-бар кешеләргә, һеҙҙе яратмаусыларға әрәм итмәгеҙ. Донъяла ҡайғыны ла, шатлыҡты ла уртаҡлашыусы кешеләр етерлек.
🌿Ҡулдағы бәхетебеҙҙе һаҡлап, ҡәҙерләп, шөкөр итеп йәшәргә өйрәнәйек, дуҫтарым!

Һандығым-байлығым

Борсолоуһыҙ йәшәп ҡарайыҡ
Борсолоуһыҙ йәшәп ҡарайыҡ
Автор:
Читайте нас