Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
13 Марта , 07:15

Ҡомалаҡтан сөпрә ҡайнатайыҡ

Август аҙағында йыйып киптерелгән  ҡомалаҡтан сөпрә ҡайнаттым, еңел генә икән.

Сөпрә (әсетке) яһау өсөн ике литр һыуға ағас ҡалаҡ менән тыңҡыслап тултырып мул ғына ус ҡомалаҡ һалып, талғын ғына утта ярты сәғәттән ашыу  ҡайнаттым. Аш бүлмәһенә таралған еҫ әсәйемдәрҙең ошолай сөпрә ҡайнатҡанын хәтергә төшөрҙө. Асыҡ көрән төҫкә ингән ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙөп, кәстрүлдәге ҡайнар һыуға бер-нисә ҡалаҡ он ҡушып болғаттым. Ныҡ ҡуйы, шыйыҡ та булмаһын. Барлыҡҡа килгән төйөрҙәрҙе туғый-туғый бөтөрәһең. Масса һыуынғас, әсетке ҡушып, йылымыс урынға ҡуйырға. Бер аҙ һыуынғас, “икмәк башы” һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып әсетәһең. 10-12 сәғәттән сөпрә әҙер була. Ул иң алда күбекләнеп ҡайнап әсей, һуңынан шиңә. Был процессуның яҡшы әҙерләнеүе тураһында билдә. Саҡ ҡына тоҙ һалып бешерһәң, сөпрә тиҙ иҫкермәй, артылып ташып та ултырмай. Бойҙай оно менән арыш онон ҡатыштырып болғаһаң, сөпрә көслө була. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, сөпрә оҙаҡҡа етә. Ике ағас ҡалаҡ сөпрә менән алдан алып ҡалған “икмәк башы”нан әсетке ҡуябыҙ. “Икмәк башы”на икмәк бешергән һайын ике-өс ҡалаҡ әсетке ҡалдыра бараһың.

Бына шулай, уңғанбикәләр, әсәйҙәр һымаҡ, ҡомалаҡлы икмәк бешереп алайыҡ әле!

Ҡомалаҡтан сөпрә ҡайнатайыҡ
Ҡомалаҡтан сөпрә ҡайнатайыҡ
Автор:
Читайте нас