Бының өсөн әфлисунды урталай бүлеп, эслеген алырға ла, эсенә тупраҡ тултырып, орлоҡ сәсәргә генә кәрәк. Кабыҡ төбөн тишәргә онотмағыҙ. Әфлисун ҡабығы тарҡалған һайын, йәш үҫентене туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итеп торасаҡ. Бындыай файҙалы һауыттарҙы йомортҡа ҡабығынан да яһарға мөмкин. Ул үҫемлекте кальций менән туйындырасаҡ.