Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Март , 13:00

Файҙалы кәңәштәр ярҙам итһен

Бына ошоларҙы беләһегеҙме?

 

  1. Пиццаға һалған йәшелсә бешкәндә төҫөн һәм тәмен юғалтмаһын өсөн, уларҙы алдан үҫемлек майына манырға кәрәк.
  2. Макарон һәм спагетти йәбешмәһен тиһәң, ҡайнап торған һыуға бер аҙ үҫемлек майы өҫтәгеҙ.
  3. Картуфтың ҡабығы (мундирҙағы картуф) бешереү ваҡытында ярылмаһын өсөн һыуға бер нисә тамсы аш һеркәһе өҫтәргә кәрәк.
  4. Бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ һалһағыҙ, картуф тәмлерәк буласаҡ.
  5. Тоҙ һибелгән тәрилкәгә һалһағыҙ, һуған тәмен юғалтмай
  6. Әгәр тоҙ һауытына дөгө бөртөктәре һалһағыҙ, тоҙ дымланмаҫ.
  7. Һыу урынына һөткә иҙелгән горчица яҡшыраҡ һаҡлана, кипмәй.
  8. Таҙартылған алмалар ҡарайып китмәһен өсөн, уларҙы һалҡын, бер аҙ тоҙло һыуға һалалар (салаттар өсөн).
  9. Тупаҫ осо менән өҫкә ҡаратып һалһаң, йомортҡалар яҡшыраҡ һаҡлана.
  10. Бысаҡтарҙы ҡайнар һыу менән йыуырға кәңәш ителмәй – улар тупаҫлана.
  11. Әгәр лимондан (бөтөн) һут һығырға кәрәк булһа, алдан уны ҡайнар һыуға тығып алығыҙ, ҡул менән өҫтәл буйлап тәгәрәтегеҙ, шунан киҫегеҙ һәм һутты һығығыҙ – һуты күберәк буласаҡ.
  12. Ҡыҙҙырылған ҡарабойҙай ярмаһынан бутҡа тиҙерәк бешә, йомшаҡ һәм хуш еҫле була.
  13. С витамины ҡуйы ашта борщ һәм щиға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ һаҡлана. Картуфта һәм ярмаларҙа булған крахмал витаминды тарҡалыуҙан һаҡлай.
  14. Картуф һәм ярмаһы булмаған йәшелсә аштарын бер аҙ ҡыҙҙырылған он менән тәмләтергә кәңәш ителә – улар ҡуйыраҡ һәм тәмлерәк буласаҡ.
  15. Ҡыҙҙырылған картуфты яҡшылап ҡыҙарғас ҡына тоҙлағыҙ, юғиһә тоҙ май менән ҡушығыҙ.
Файҙалы кәңәштәр ярҙам итһен
Файҙалы кәңәштәр ярҙам итһен
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас