Алабыҙ 5 йомортҡа, ағын һарыһынан айырабыҙ. Хәҙер ошо 5 йомортҡа ағын миксер менән күпертәбеҙ, семетеп кенә тоҙ, унан ярты стакан песок һалып йомортҡа ағын күпертеп бөтөрәбеҙ. Хәҙер ул 5 йомортҡа һарыһын айырым миксерҙә әйләндерәбеҙ, ҡушабыҙ шуға ярты стакандан әҙерәк песок. Хәҙер инде ике массаны бергә ҡушып болғатабыҙ. Миксерҙы һүндерәбеҙ, ҡушабыҙ аш-3,4 ҡалаҡ майонез. Һалабыҙ бер стакан ярым тирәһе иләнгән он, (бәлкем саҡ ҡына әҙрәктер) 1 сәй ҡалағы разрыхлитель, ванилин. Уны ипләп кенә массаға өҫтәйбеҙ, болғатабыҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, ҡамырҙы һалырға. Һыуынғас икегә бүлергә һәр береһенә крем һыларға.
Кремды ярты литр 20 процентлы ҡала ҡаймағына сама менән песок һалып болғатырға. Берҙән, йомшаҡ, тәмле торт килеп сыға.
Ялда бешереп ҡарайыҡ!