Көнгәк
+10 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
15 Апреля , 09:00

Һуҡыр сысҡандан ҡотолоп буламы?

Һуҡыр сысҡан баҡсала үҫемлектәрҙе юҡҡа сығара, өҫтәүенә, насар ауырыуҙар ҙа тарата. Баҡсалағы шул ҡотороҡостарҙан ҡотолорға кәрәк. Был йәнлек үҙенең юлын секундына 30 сантиметр тиҙлек менән ҡаҙый ала.

Улар ғаиләләр булып йәшәй, 4-5 һуҡыр сысҡан ғаиләһе төн эсендә биш сутыйға ҡәҙәр ерҙе ҡаҙып сығырға мөмкин.

Шунан һуң баҡса ерендә үҫемлектәр ҙә ҡалмай, сысҡан уларҙың тамырҙарын киҫкеләп сыға, ергә күмелгән кабелдәрҙе, интернет-каналдарын да кимереп бөтөрә.

Был ҡоротҡос ҡотороу һәм туляремия сирен дә таратырға мөмкин. Шуға күрә уны ҡул менән тоторға ярамай. Сысҡан ҡулды тешләп алһа, шул рәүешле ауырыу йоғоуы ихтимал.

Белгестәр фекеренсә, һуҡыр сысҡандан ҡотолоу өсөн ультратауышлы ҡурҡытҡыстар ярҙам итергә мөмкин. Баҡсаға лаванда, бәрхәт сәскәһе, нәркәстәр ултыртыу ҙа унан ҡотолоу сараһы булып тора.

Уларҙан ҡотолоуҙоң тағы бер ябай ғына һәм арзан бер ысулы:
Ике будильникты береһен сәғәт алтыға, икесеһен төнгө ун икегә ҡуйып, банкаға һалып, ҡапҡасын ябып 25 см тирәһе тәрәнлектә баҡсаның ике яғына күмеп ҡуйырға. Хатта күршенең дә сысҡандары ҡасып китеүен күҙәтерһегеҙ.

https://henek.info/articles/%2B%2B%2B-/2022-07-05/u-yr-sys-andan-otolop-bulamy-2862366

Һуҡыр сысҡандан ҡотолоп буламы?
Һуҡыр сысҡандан ҡотолоп буламы?
Автор:
Читайте нас