Көнгәк
+10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
23 Апрель , 11:00

Ҡасан көндәр йылыта?

Көндәрҙең+17° тиклем йылыныуын һәм ямғырҙар туҡталыуын күҙаллайҙар. 

Ҡасан көндәр йылыта?Ҡасан көндәр йылыта?
Ҡасан көндәр йылыта?

Республикала әлегә һалҡынса һәм дымлы һауа торошо һаҡлана. Рәсәй гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ял көндәрендә һиҙелерлек үҙгәрештәр көтөлмәй: көндөҙ +11° тирәһе, төндә +2°-тан +4°-ҡа тиклем. Әммә киләһе аҙна башында һауа торошо яҡшыра башлаясаҡ. 27-29 апрелдә көндөҙгө һауа температураһы уңайлы +17°тиклем күтәреләсәк. 27 апрелдә төндә +5°, 28 апрелдә +9°, ә 29 апрелдә йәнә +5°тирәһе булыуы көтөлә. Яуым-төшөм яйлап кәмей. 27 апрелдә тулыһынса ҡоро була, ә бына 25 һәм 26 апрелдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, 28 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. 29 апрелгә ҡаршы төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, әммә көндөҙ ҡоро һәм йылы буласаҡ.

Ҡасан көндәр йылыта?
Ҡасан көндәр йылыта?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас