Көнгәк
+10 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
23 Апреля , 12:00

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн биш күнегеү

Бер генә хәрефкә башланған 20 һүҙ әйтегеҙ һәм уларҙы номерлап барығыҙ (1 – өҫ кейеме, 2 – китап, 3 – ҡунаҡ, 4 – келәм ...);

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн биш күнегеүХәтерҙе яҡшыртыу өсөн биш күнегеү
Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн биш күнегеү

  – Бер минут, бер сәғәт алда йәки кисә нимә эшләгәнегеҙҙе, һуңғы өс көндә иртән һәм кис ни ашағанығыҙҙы иҫкә төшөрөп  яҙығыҙ;

– Әгәр уң ҡул менән яҙһағыҙ, һул ҡул менән, һулаҡай булһағыҙ, киреһенсә, уң ҡул менән бер нисә һөйләм яҙығыҙ;

– Уҡыуға, эшкә барғанда быға ҡәҙәр билдәле булмаған юлдан йөрөгөҙ һәм быға тиклем әҙерләп ҡарамаған аш-һыу  әҙерләп ҡарағыҙ;

– магазинға ингәс, алған әйберҙәрегеҙ өсөн күпме түләргә  икәнен күңелдән  генә һанап ҡарағыҙ.

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн биш күнегеү
Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн биш күнегеү
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас