Берәй тәмлекәс ашағы килеп китте лә, КӘЗӘМӨГӨҘ (рогалики) бешерҙем әле,әхирәттәр. Был беҙҙең ғаилә рецебы, хан заманынан бирле ҡунаҡтарға әнейем әҙерләй ине. Иҫ киткес йомшаҡ, өҫтө шәкәрлекәй генә. Мммм... Тәмлекәс... Хәйер, үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ ҙа, әйтерһегеҙ. Тик... Башта мин нисек яҙам, шулай бешерегеҙ, аҙаҡ үҙегеҙ теләгәнсә үҙгәртерһегеҙ.
Шулай итеп, бәләкәс табаҡҡа башта 5 ҡалаҡ йылы һөт ҡоябыҙ. Шуға 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә ҡушып болғатабыҙ ҙа ултыртып торабыҙ. Ул арала бер ҡап аҡ майҙы, 1 йомортҡаны һыуытҡыстан алып ҡуйығыҙ, йылынып йомшара торһон. Әйткәнем бар инде, ҡамыр ашына арзан маргарин, май ҡулланмағыҙ.
Сүпрә матур ғына булып ҡабарғандыр, шуға 2 ҡалаҡ шәкәр, йомортҡа, йомшарған май, бер семтем тоҙ, 3 стакан он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫығыҙ. Әҙер ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлегеҙ ҙә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Ул арала эслеген әҙерләгеҙ.
Беҙ ошо "мөгөҙ" өсөн генә эре итеп турап алма ҡайнатмаһы әҙерләйбеҙ, аҙаҡ алмаһын ғына эслек итәбеҙ. Шулай уҡ ҡара емеш, үткәрелгән муйыл, күрәгә, бешерелгән ҡуйыртылған һөт һалһағыҙ ҙа була. Матур ғына итеп ҡамырҙы түңәрәкләп йәйгәс, башта шәкәр һибәбеҙ, шунан дүрткә, аҙаҡ өсмөйөшләп ҡырҡабыҙ. Һәр бер өсмөйөшкә эслекте һалып урайбыҙ.
Йәһәт кенә ике һауыт әҙерләйбеҙ ҙә, береһенә 1 йомортҡа туғыйбыҙ, икенсеһенә шәкәр һалабыҙ. Һәр бер мөгөҙҙөң өҫкө яғын башта йомортҡаға манабыҙ, шунан шәкәргә. Уй, күп яҙҙым, хәҙер мейескә тығырға ла бер ярты сәғәттән тәмләп сәй эсергә ҡалды!
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмө
Фото "Файҙалы кәңәштәр".
https://vk.com/wall-33711741_79665