

Май айының баҡсасылыҡ осоро үҫентеләрҙе асыҡ тупраҡҡа сәсеү күҙ уңында тота. Йәшелсәне һәм иртә өлгөргән бер йыллыҡ сәскәләрҙе туранан-тура түтәлдәргә сәсергә мөмкин.
2026 йылғы Ай календары баҡсасылыҡ өсөн иң яҡшы көндәрҙе тәҡдим итә:
✓ помидорҙы теплицаға ултыртыу - 6-8, 11-13 май;
✓ борос һәм баклажан үҫентеләрен түтәлгә ултыртыу - 11-13, 15-17 май;
✓ ҡыяр - 11-13, 20-22 май;
✓ борсаҡ - 11-13, 15-17 май;
✓ кәбеҫтә - 6-8, 15-17 май.
Ҡырау тейеү ҡурҡынысы үтһә, асыҡ һауала ҡыяр, кишер, сөгөлдөр, петрушка орлоҡтарын сәсергә мөмкин. Шулай уҡ баҡсаға бәрхәт, календула, бөтнөк һәм мелисса сәселә.
Үҫентеләрҙе тышҡа күсерергә 7-10 көн ҡалғас бер аҙ сыныҡтырығыҙ. Үҫемлектәрҙе урамға сығарығыҙ һәм яйлап тышта тороу ваҡытын арттырығыҙ.