

Был сараны үҙегеҙ әҙерләй алаһығыҙ. Кәрәкле компоненттар һәр беребеҙҙең аш-һыу бүлмәһендә бар.
Бының өсөн ярты стакан сода, шундай уҡ күләмдә һеркә һәм бер кәстрүл ҡайнаған һыу кәрәк.
Тәүҙә раковинаға сода, һуңынан һеркә ҡойабыҙ. Сливты тәрилкә менән ҡаплайбыҙ, ә ярты сәғәттән һуң ҡайнаған һыу ҡоябыҙ.
Был сара артыҡ көслө булмаған тығынды таҙартыу өсөн яраҡлы. Һыуҙың әкрен аҡҡанын күргәс тә эшләгеҙ.
Ә тығылмаһын өсөн даими рәүештә бер ҡалаҡ ҡоро гәрсис онтағы менән ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.