Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Май. Сәскәле, ҡояшлы, әллә ямғырлы булырмы?

Майҙа боҙ яуһа, йәйен дә яуасаҡ, тип иҫкәртә халыҡ һынамышы. Баҡсала эшләйһегеҙме. Картуф ултырттығыҙмы әле? 

Май, йомарт һәм йылы бул, йәме!

1 майҙа йылы булһа, май аҙағы һалҡынса булыр.
🍃2 майҙа ҡайын япраҡ ярһа, йәй ҡоро килер.
🍃3 майҙа ике ҡатлы йәйғор ҡалҡһа, бер нисә көндән көслө ямғыр булыр.
🍃4 майҙа муйыл сәскә атһа, йәй йылы килер.
🍃5 майҙа төндә һалҡынайтһа, 40 көн буйына иртәләр һалҡын булыр.
🍃6 майҙа көн һыуыҡ булып, бер аҙнала тағы ҡабатланһа, көҙ йылы булыр.
🍃8 майҙа ямғыр яуһа, арыш уңа.
🍃9 майҙа көндөҙ ел көслө булып, кискә тынһа, тотороҡло аяҙ көндәргә ишара.
🍃10 майҙа ҡояш ҡалҡҡанда көн аяҙ булһа – йәй елле булыр.
🍃11 майҙа таң атҡанда йондоҙҙар емелдәшһә, яҡын арала ямғыр көтөлә. Күбәләктәр өйгә йәки һарайға инеп тулһа, көн һыуыта.
🍃12 майҙа көслө ел көслө ямғыр алып килер.
🍃13 майҙың йылы кисе һәм йондоҙло төнө – мул уңыш билгеһе.
🍃14 майҙа көн боҙолһа, ҡыш һалҡын булыр.
🍃15 май төнөндә һандуғас төнө буйы һайрап сыҡһа, ҡояшлы көндәр көтөгөҙ.
🍃16 майҙа муйыл сәскә атһа – һалҡынайта, сәскәһе күп булһа, ямғырлы йәй килә.
🍃17 майҙа сәпсектәр төркөмләп осһа, көслө ел булыр.
🍃18 майҙа ҡаҙҙар һыуҙа ҡойонһа, көндәр йылыта.
🍃19 майҙа ысыҡ күп төшөп, көн ҡояшлы булһа, ҡыяр уңыр.
🍃20 майҙа киске йәйғор – аяҙ, иртәнгеһе ямғырлы көнгә. Төндә һыу өҫтөнә томан ятып, иртән юҡҡа сыҡһа, көндәр аяҙ торор.
🍃21 майҙа ямғыр яуһа, бәшмәкле йыл килә.
🍃22 майҙа ямғыр яуһа, бойҙай һәм арыш уңыр.
🍃23 майҙа ямғыр яуһа, йәй ямғырлы килер.
🍃24 майҙа ямғыр һибәләһә, ямғырлы йәйгә юрағандар.
🍃25 майҙа төркөм-төркөм болоттар бер яҡҡа ғына табан аҡһа, ҡоро көндәр килә.
🍃26 майҙа ҡарлуғастар түбән осһа, ямғыр көтөгөҙ.
🍃27 майҙа яр ҡарлуғастары күренһә, йылы көндәр килә.
🍃28 майҙа көн ҡыҙыу булһа, йәй ҙә йылы булыр.
🍃29 майҙа һыуҙа томбойоҡ япраҡтары күрһәгеҙ, яҙғы һыуыҡтар бөттө тигән һүҙ.
🍃30 майҙа көн ниндәй булһа, йәй дә шундай буласаҡ.
🍃31 майҙа серәкәйҙәр бер урынға йыйылһа, матур кондар була.

Май. Сәскәле, ҡояшлы, әллә ямғырлы булырмы?
Май. Сәскәле, ҡояшлы, әллә ямғырлы булырмы?
Автор:
Читайте нас