

Картуф ҡабығы крахмалға бай. Уны ҡарағат бик ныҡ ярата. Картуф ҡабығы менән ашланған ҡарағат бик эре емештәр биреүе менән айырыла. Яҙғыһын уларҙы ҡарағат ҡыуаҡтары аҫтына күмергә кәрәк. Шулай уҡ картуф ҡабыҡтары өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һыуытып ҡыуаҡтарға "душ" эшләргә мөмкин. Күп баҡсасылар эре ҡарағатты нәҡ ошо ысул менән ала.
Картуф ҡабығын ҡыяр һәм кәбеҫтә ултыртҡанда ҡулланыу ҙа мул уңышҡа булышлыҡ итә. Бының өсөн кипкән ҡабыҡтарҙы ебетергә, уны турап бутҡа ҡуйылығына еткерергә кәрәк. Ҡыяр һәм кәбеҫтә соҡорона ошо “бутҡа” һалына, унан тупраҡ менән күмелә, өҫтәнә инде йәшелсә үҫентеләре ултыртыла. Һынап ҡарағыҙ, ысын ярҙам итә!