Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Файҙалы кәңәштәр

    

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Яһалма ебәк туҡыманы ацетон, водород перекисы, һеркә, ҡуҙғалаҡ һәм лимон кислотаһы кеүек саралар менән таҙартырға ярамай.

Яһалма күндәге тапты спирт, бензин, ацетон менән түгел, ә йылы һа­бынлы һыу менән генә йыуырға ярай.

Алма, ҡурай еләге, һары сейәнең яңы таптары йылы һөт һәм һабын һыуында еүешләнгән мамыҡ менән ышҡыһаң йыуыла.

Емеш-еләк һуты таптарын һыу менән нишатыр (1/2) ҡат­наш­­тырып һөртөргә, унан һуң әйберҙе тотошлай йыуырға кәрәк.

Аҡ туҡыманан үлән табын 3 процентлы водород перекисе иретмәһен ҡулланып, аҙ ғына нишатыр өҫтәп, бөтөрөргә мөмкин.

Яңы үлән табын денатурин менән бөтөрөргә мөмкин. Шулай уҡ, тоҙ иретмәһе менән дә сығарырға була (1/2 стакан йылы һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ). Тап бөткәс, туҡыманы йылы һыуҙа сайҡатырға.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас