Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Манныйлы әсе ҡоймаҡ

Манныйлы әсе ҡоймаҡМанныйлы әсе ҡоймаҡ
Манныйлы әсе ҡоймаҡ

Бының өсөн кәрәк:
✓ он - 1 стакан;
✓ манный ярмаһы - 1 стакан;
✓ йомшартҡыс - 2 балғалаҡ;
✓ сүпрә - 1 ҡалаҡ;
✓ тоҙ - 1 балғалаҡ;
✓ шәкәр - 1 ҡалаҡ (тәме буйынса арттырырға мөмкин);
✓ йылы һыу - 500-550 мл.

Әҙерләү: ҙур һауытҡа бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушырға. 5 минут болғатырға. Һауытты полиэтилен менән ҡапларға. Ҡамырҙы 1 сәғәткә (ҡабарһын өсөн) ҡалдырырға.
Үҫемлек майы һөртөлгән табаны йылытырға. Ҡамырҙы ғә­ҙәттәгесә уртаса утта ике яҡтан да алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙ­ҙырыр­ға. Эҫе килеш бал, ҡаймаҡ йәки ҡайнатма менән бирергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас