Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Балтырған ашы бешерәбеҙ

Уны бешереүҙең бер ауырлығы ла юҡ.

Балтырған ашы бешерәбеҙБалтырған ашы бешерәбеҙ
Балтырған ашы бешерәбеҙ

1-2 услам балтырғанға 1 йомортҡа, 1 баш һуған,  4-5 картуф, 1 стакан он, тәменсә тоҙ, тәм өсөн ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, картуф турап һалабыҙ. Балтырған, һуған, йәшел тәмләткестәрҙе алдан турап, әҙерләп ҡуябыҙ.

Бер йомортҡаға он ҡушып, ыумас ыуабыҙ. Картуф бешеп сығыр алдынан кәстрүлгә балтырғанды, туралған һуғанды, аҙлап ҡына ыуған ыумасты төшөрәбеҙ. Ашты бер туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, бутамаһаң, ыумастың уҡмашып китеүе бар.

Балтырған ашын тәрилкәгә ҡойғас, ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр өҫтәргә онотмағыҙ. Уны ҡорот менән дә бирергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас