1 стакан йылымыс һыуға 1 аш ҡалағы шәкәр һәм 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә һалып күпертергә ҡуябыҙ. Уға 1 стакан йылы һөт, 1-2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки майонез, шул сама үҫемлек майы, тәменсә тоҙ һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ул йомшаҡ, әммә ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш.
Ҡуҙғалаҡ япраҡтарын эрерәк итеп турайбыҙ, өҫтөнә самалап шәкәр һибәбеҙ. Эслек бәлештән ағып сыҡмаһын өсөн крахмал, кеҫәл йәки манный ярмаһы һибергә мөмкин.