

Һуңғы йылдарҙа «депрессия» һүҙе йыш телгә алына, бөгөнгө тынғыһыҙ, ығы-зығылы тормошҡа бәйле, төшөнкөлөк тойғоһо кисергән кешеләр ҙә байтаҡ.
Интернет селтәрен байҡағанда ла: «Тормоштоң бер матурлығын күрмәйем, кәйефем юҡ, ҡулыма эш бармай», - тигән хәбәргә йыш юлығаһың. Бындай күңел торошоноң сәбәптәре төрлө булған кеүек, унан сығыу йәки бөтөнләй булдырмау юлдары ла барҙыр, моғайын, тигән уй менән, белгестән кәрәкле кәңәш ишетер өсөн редакциябыҙҙың дуҫы, психолог Ләйсән ЙОСОПБАЕВА менән әңгәмәләшәбеҙ. Һүҙебеҙҙе яҙғы депрессия тураһында һөйләшеүҙән башланғас, ул: «Мин был күңел торошон дауалаусы психотерапевт түгел, шулай ҙа төшөнкөлөктән, насар кәйефтән сығыу өсөн бер нисә ябай ысул тәҡдим итә алам», - тине.
Ләйсән әйтеүенсә, әгәр һеҙ көсөгөҙ һәм хәлегеҙ юҡлығын тойһағыҙ, һәр ваҡыт йоҡоғоҙ килеп йонсотһа, йыш сирләһәгеҙ, бығаса булмаған ауырыуҙар «баш ҡалҡытһа», йоҡоһоҙлоҡтан интекһәгеҙ – быларҙың барыһы ла һеҙҙә депрессия барлығы хаҡында һөйләй.
«Өйҙә һәм эш урынығыҙҙа яҡтылыҡ етерлек булһын. Быға бигерәк тә миҙгел алмашынған ваҡытта иғтибар итергә кәрәк. Урамда ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, саф һауала йөрөп инеүҙе ғәҙәткә индерегеҙ. Дөрөҫ туҡланыу ҙа кәйефте күтәрергә ярҙам итә, депрессия ваҡытында аҡһымға, магний һәм кальцийға бай ризыҡ ашағыҙ. Өҫтәлегеҙҙә сағыу төҫтәге әфлисун, банан, күрәгә, ҡыҙыл борос, сөгөлдөр, шулай уҡ төрлө сәтләүек, сыр һәм шоколад булһын.
Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигән һүҙҙәрҙе барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Был, ысынлап та, шулай. Кеше хәрәкәтләнгән ваҡытта организмда эндорфин, икенсе төрлө әйткәндә, «бәхет гормоны» бүленеп сыға. Шуның өсөн күберәк йәйәү йөрөгөҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, рәхәтләнеп бейегеҙ! Өйҙөң һәм эш урынының тәртиптә булыуы ла кәйефте күтәрә. Йоҡонан уянғас та, урынығыҙҙы йыйыштырып ҡуйығыҙ, һауыт-һабағыҙ ҙа ашап туйғас уҡ йыуылһын, эш өҫтәлегеҙҙе лә тәртиптә тотоғоҙ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн үҙегеҙ яҡын күргән кешеләр менән йышыраҡ аралашырға кәңәш итәм.
Ҡасандыр яратҡан шөғөлөгөҙ булып та, ул күпмелер ваҡыт онотолоп торған икән, яңынан иҫегеҙгә төшөрөгөҙ йәки бығаса таныш булмаған кәсеп өйрәнегеҙ.
Телефон, компьютер экранына мөкиббән китеп, интернеттан кәрәкмәгән яңылыҡ, хәбәр «сүпләп» ултырмағыҙ.
Эш тип сабып йөрөп үҙегеҙҙе хәстәрләү тураһында онотоп китмәгеҙ. Көн дә ябай ғына ҡыуаныс табып та шатланып алығыҙ. Ваҡытығыҙ юҡлыҡҡа һылтанмай ғына бар мәшәҡәтегеҙҙе ситкә ҡуйып, ял итеп алырға тырышығыҙ. Кем әйтмешләй, эш бүре түгел, ул бер ҡасан да урманға ҡасмаясаҡ», - тип кәңәш бирә психолог.
Белгес әйтеүенсә, көнөнөң нисек үтеүен һәр кеше үҙе хәл итә ала һәм уны төрләндерә белеү, ябай ғына үҙгәрештәр индереү әллә ни көс талап итмәй.
«Барыбыҙҙы ла эшкә бер үк юлдан йөрөү ҡасан да булһа ялҡытып китә, шуға тапалған һуҡмаҡты алмаштырып торорға кәрәк икән. Көн һайын яңы китап уҡыу, фильм ҡарау, икенсе төрлө ризыҡ бешереп ашау, ниндәйҙер яңы урынды барып күреү, кеше нимә әйтер тип түгел, ә үҙеңә оҡшаған ғына кейем кейеү ҙә шул ябай үҙгәрештәр иҫәбенә инә, сағыу төҫтәгеһе иһә кәйефте күтәрә», - ти Ләйсән.
Ул шулай уҡ үҙеңдең ябай ғына теләктәреңде лә «ишетеп» өйрәнергә ҡуша. Мәҫәлән, эшкә сумып ултырған ваҡытта күңелдә ҡапыл ниндәйҙер теләк тыуған икән, уны мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк. Уға яҡын магазинға йүгереп кенә барып яратҡан туңдырмаңды һатып алыу, ҡоштар һайрауын тыңлар өсөн генә саф һауаға сығып әйләнеү кеүек ябай күренештәр ҙә инә. «Хатта бәләкәй генә хыялыңа ла хыянат итергә ярамай», - ти әңгәмәсем.
Һөйләшеү һуңында ул Лоретта Бройнингтың ябай ғына телдә яҙылған «Бәхет гормондары. Мейегеҙҙе серотонин, дофамин, эндорфин һәм окситоцин бүлеп сығарырға өйрәтегеҙ» тигән китабын уҡып сығырға кәңәш итте.
Психолог дуҫыбыҙ тормошто дүшәмбенән түгел, ә бөгөн башларға һәм тик үҙең теләгәнсә йәшәргә саҡыра.
Автор фотоһы.