

Шалфей төнәтмәһе ҡауаҡҡа һәм сәс ҡойолоуына ҡаршы көрәшә. Сәс үҫешен әүҙемләштереү өсөн шампунь менән йыуып, төнәтмә менән яҡшылап сайҡарға. Һуңынан башты иҫке таҫтамалға (шалфейҙың буяу үҙенсәлеге бар) 10 минутҡа урап торорға кәрәк. Артабан, сәсте тағатып, фен ҡулланмайынса ғына киптерегеҙ.
Аҡ сәскә - сәсте нығыта һәм төҫөн асыҡландыра
Кесерткән - көсәйтә
Йүкә - тергеҙә һәм
ялтырата
Ҡайын - йомшарта һәм структураһын яҡшырта
Етен орлоғо - ялтырата
Имән ҡабығы - сәс һыныуын иҫкәртә