

Мәләүездән Гөлнара Игебаева һөт кәзәләре тота.
“Кәзә һөтө бик файҙалы. Беҙ уны эсәбеҙ, сәйгә һалабыҙ, ҡатыҡ ойотабыҙ. Тағы ла вареник, бәрәмәс бешерәбеҙ”, - ти Гөлнара.
Бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға кәзә һөтөнән яһалған эремсек бәрәмәсен тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыр: бер йомортҡа, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты ҡап ванилле шәкәр, бер семтем тоҙ, 250 мл һөт, 500-550 грамм он, бер аш ҡалағы сүпрә, 80 грамм аҡ май алына.
Эслек: 500 грамм кәзә һөтөнән яһалған эремсек, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, бер йомортҡа, ярты ҡап ванилле шәкәр кәрәк була.
Бәрәмәстең өҫтөн һылау өсөн бер йомортҡаға бер аш ҡалағы һөт ҡойоп туҡыр кәрәк.
Йомортҡаны шәкәр, ванилле шәкәр һәм тоҙ менән туҡыйбыҙ. Йылы һөт ҡойоп болғатабыҙ. Ондо сүпрә менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә аҙлап алдан әҙерләгән иҙмәне ҡоябыҙ һәм яҡшылап ҡамыр баҫабыҙ. Аҙаҡ иретелгән аҡ май менән ҡамырҙы тансҡыйбыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, ҡабарып сыҡҡанын көтәбеҙ.
Был ваҡытта эремсекте йомортҡа, шәкәр һәм ванилле шәкәр менән болғатабыҙ.
Ҡамырҙы баҫҡылап алабыҙ ҙа, уҡлау менән йәйеп, ситтәрен күтәреп, таба төбөнә һалабыҙ. Эсенә эремсек ҡатнашмаһын һалып йәйәбеҙ. Өҫтөнә һөтлө йомортҡа иҙмәһен һөрткәндән һуң йәнә 10 минут тирәһе көтәбеҙ. 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25 минут бешереп алабыҙ.
Бешкән бәрәмәстәрҙе һыуытҡандан һуң табынға ултыртабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
"Башҡортостан ҡыҙы"