Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Ултыртып бөттөгөҙмө? Хәҙер тағы ла яуаплыраҡ эш көтә

Бына ошо ябай ғына кәңәштәрҙе үтәгеҙ!

Ултыртып бөттөгөҙмө? Хәҙер тағы ла яуаплыраҡ эш көтәУлтыртып бөттөгөҙмө? Хәҙер тағы ла яуаплыраҡ эш көтә
Ултыртып бөттөгөҙмө? Хәҙер тағы ла яуаплыраҡ эш көтә

*бөтә йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты һибергә (10 литрға 2 аш ҡалағы);
*100 грамм сөпрәне 10 литр һыуҙа эретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
*сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс аш тоҙо эретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
*помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эремсек һыуына бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
*помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
*һуған көпшәләнмәһен өсөн, утыртыр алдынан сәй содаһы эретмәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер сәй ҡалағы сода алына;
*еләктәргә сәскә атыр алдынан йод эретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға – 10 тамсы;
*йод эретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы.

Автор:
Читайте нас