450 гр тауыҡтың түш ите, 450 гр кореяса кишер, 3 йомортҡа, 3-4 ҡыяр, 60 гр сыр, майонез
Тауыҡтың түш итен, йомортҡаны бешерәбеҙ. Сырҙы эре ыуғыстан ыуабыҙ. Тауыҡ итен, ҡыярҙы һәм йомортҡаны шаҡмаҡлап турайбыҙ. Барыһын бергә ҡушабыҙ, кореяса кишер, сыр менән майонез һалып бутайбыҙ.
"Шәһри Ҡазан"дан.