

Өфө ҡала планетарийы мәғлүмәттәре буйынса, йәйге ҡояш торошо яҡынлаша. 19 июндән 24-нә тиклем көндөң оҙайлығы рекордлы 17 сәғәт 14 минут тәшкил итәсәк. Был йылдың иң ҡыҫҡа көнөнә — 22 декабргә ҡарағанда 10 сәғәткә һәм 6 минутҡа күберәк, ул саҡта ҡояш ни бары 7 сәғәт 8 минут ҡына балҡый. 24 июндән һуң көн бер аҙ кәмей башлай. 25 июндән яҡтылыҡ көнө тәүлегенә бер-ике минутҡа ҡыҫҡара, ә ай аҙағына 4 минутҡа ҡыҫҡара. Ҡояш 21 июндә иң юғары төшкө бейеклеккә етә. Тап ошо көндә ул горизонт өҫтөндәге иң юғары нөктәлә урынлашҡан.